Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 68.27 ↑

20 июль, Кесе йома

Уфа   °

Республиканан «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй йәш таланттар конкурсына 500-ҙән ашыу ғариза килгән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы «Мәҙәниәт» телеканалы менән берлектә «Зәңгәр ҡош» икенсе бөтә Рәсәй йәш таланттар конкурсына ҡатнашыусылар һайлап алыуҙы дауам итә. Конкурстың төбәк этабы Өфөлә тәүгә уҙа.

27 августа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында вокалистарҙы һәм музыканттарҙы тыңлау ойошторола. Икенсе көндә телеүҙәктең концерт залында башҡа номинанттар үҙҙәрен күрһәтә ала.

Яңы миҙгелдең һайлап алыу турында 5 йәштән 15 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Конкурсҡа бик күп ғаризалар килгән. Республиканан — 500-ҙән ашыу, улар 25 авгусҡаса ҡабул ителә.

Саралар иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана һәм һуңғы ҡатнашыусы сығыш яһағанға тиклем дауам итә. «Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалы төбәк этабының жюри составын раҫланы.

«Баһалама комиссияһы ағзалары иҫәбенә республиканың абруйлы сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре инде. Танылған йырсы Иҙрис Ғәзиев, Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһы дирижеры Алһыу Хәбибуллина, музыкаль педагог Лия Кәримова, композитор Урал Иҙелбаев, эстрада-джаз башҡарыу кафедраһы доценты Ирина Остин, Р.Нуриев исемендәге хореография колледжы директоры Олия Вильданова һәм ошо уҡыу йортоноң художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сергей Павлов, алып барыусы Фирҙәт Ғәлиев һәм музыка белгесе Миләүшә Иҙрисова. Уларҙың бурысы — республика исеменән сығыш яһаясаҡ иң-иңдәрҙе билдәләү», — тине «Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалының баш мөхәррире Айгөл Кантюкова.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть