4 декабрь, Йәкшәмбе

22 август 2016 йыл, 17:14

Башҡортостанда беренсел торлаҡҡа ипотека ставкаһын субсидиялау ҡарала

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда беренсел торлаҡҡа ипотека ставкаһын 10 процентҡа тиклем субсидиялау һәм кредит финанслауын алған саҡта төҙөлөш ойошмаларына Төбәк фондынан залог биреү тураһында проекттар әҙерләнгән. Ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырыу торлаҡ төҙөлөшөнә ҙур этәргес буласаҡ һәм төҙөлөш комплексына кәрәкле ярҙам күрһәтәсәк, тип билдәләнеләр «Госстрой»ҙа.

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда 19 миллиард һумдан ашыу 13,7 мең ипотека кредиты бирелгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 63 процентҡа күберәк. Сәбәбе — процент ставкаһын субсидиялау федераль программаһының ғәмәлгә инеүе.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов әйтеүенсә, быйыл тәүге алты айҙа төбәктә 1,154 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы позиция биләй.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса төбәктә 2025 йылға тиклем эконом класлы йорттар төҙөү программаһы әҙерләнгән. Ул тәү сиратта мохтаждар өсөн тәғәйенләнгән.

Төп финанслау сығанаҡтары — «АИЖК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм федераль үҫеш институттарының льготалы заём аҡсаһы. Бынан тыш, дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары аҡсаһын йәлеп итеү һәм облигация займдарын теркәү ҡарала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: торлаҡ, төҙөлөш