Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Өфө — Иглин — Красная Горка — Павловка юлында хәрәкәт ябылған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда Өфө — Иглин — Красная Горка — Павловка автомобиль юлының 6,679 саҡрымында Тауыш йылғаһындағы күперҙе ремонтлауға бәйле Өфө районында Кириллово — Иглин районы сиге участкаһында хәрәкәт ябылған. Автомобиль хәрәкәте 30 октябргә тиклем ябыҡ буласаҡ.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, Өфөнән Иглин районына юл тотоусыларға ремонт участкаһын Һамар — Өфө — Силәбе федераль М-5 «Урал» трассаһы аша урап үтергә кәрәк. Дорогино, Кириллово һәм Грибовка ауылдарында йәшәүселәр Өфөнән ҡайтҡанда ғәҙәти маршрут менән файҙалана ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть