11 декабрь, Йәкшәмбе

22 август 2016 йыл, 15:44

Республикала IV заманса драматургия һәм режиссура семинар-лабораторияһына ғаризалар ҡабул ителә башланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә IV Республика заманса драматургия һәм режиссура семинар-лабораторияһына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Конкурста Башҡортостанда йәшәүсе теләгән һәр автор ҡатнаша ала.

Дәрестәрҙе илдең һәм Башҡортостандың төп театр белгестәре алып бара. Семинар барышында билдәле драматургтарҙың оҫталыҡ дәрестәре, режиссер лабораторияһы спектаклдәрен күрһәтеү, күренекле театр эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар һәм әңгәмәләр үткәреү ҡаралған. Эштәр өлкәндәр, үҫмерҙәр һәм балалар өсөн пьеса йүнәлештәре буйынса ҡабул ителә.

Семинарҙа ҡатнашыу өсөн 1 октябргә тиклем һуңғы ике йылда рус, башҡорт һәм татар телдәрендә яҙылған пьесаларҙы ебәрергә кәрәк. Башҡорт һәм татар телендәге конкурс эштәренең рус теленә тәржемәһе булырға тейеш. Максималь күләме — 40 бит. Автор тураһында мәғлүмәттәрҙе, ҡыҫҡаса ижади автобиографияны, паспорттың күсермәһен һәм пьесаның исеме, жанры күрһәтелгән әҫәрҙе dramaturgiya@inbox.ru адресы буйынса ебәрергә мөмкин.