3 декабрь, Шәмбе

22 август 2016 йыл, 14:34

Өфө режиссерының фильмы бөтә Рәсәй ҡыҫҡа метражлы кино фестивале лауреаты булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө режиссеры Вадим Вәлиуллиндың «Кредит» исемле фильмы «Ҡыҫҡаса» бөтә Рәсәй ҡыҫҡа метражлы кино фестивале лауреаты булды. Фильм иң яҡшы сценарий өсөн бүләкләнгән.

Фильмда дауалап булмай торған сиргә дусар булған ҡыҙҙың ипотека кредитын түләүе хаҡында бәйән ителә. 2016 йылдың июнендә «Кредит» «Кинотавр» кинофестивалендә еңеүсе булды.

Кисә Калининград ҡалаһында «Ҡыҫҡаса» фестивале тамамланды. Сараны ябыу тантанаһы ҡаланың үҙәк паркында уҙҙы. Конкурсҡа 38 картина тәҡдим ителгән. Өс көн эсендә тамашасылар 130-ҙан ашыу ҡыҫҡа метражлы фильм ҡараны. Жюриҙы продюсер, «Профит» студияһы етәксеһе Игорь Толстунов етәкләне. Баһалама ағзалары араһында режиссер Валерий Тодоровский, актерҙар Рената Литвинова, Данила Козловский, кино тәнҡитсеһе Ирина Любарская һәм «Кинопоиск» порталының баш мөхәррире Михаил Клочков та бар ине. «Ҡыҫҡаса» бөтә Рәсәй ҡыҫҡа метражлы кино фестивале 2013 йылда булдырылған, уның төп программаһында илебеҙҙә төшөрөлгән фильмдар тәҡдим ителгән.