7 декабрь, Шаршамбы

22 август 2016 йыл, 12:13

Өфөлә «Башинформ» агентлығына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Виктор Журавлев вафат булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Башинформ» агентлығына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Виктор Журавлев 66-сы йәшендә вафат булды.

Виктор Игнатьевич Журавлев — журналист, китаптар, очерктар һәм мәҡәләләр авторы. 1951 йылдың 6 февралендә БАССР-ҙың Бүздәк районы Сергеевка ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 1971-1975 йылдарҙа «Советская Башкирия» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй, 1975-1978 йылдарҙа — БДПИ-ның тарих кабинеты мөдире. 1978-1996 йылдарҙа Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтен етәкләй, эске хеҙмәт подполковнигы була.

1990 йылда журналистар Виктор Журавлев, Сергей Спатар, Юрий Агров, Борис Христов, Владислав Колокольников, Сергей Бекасов «Версия» гәзитен ойоштора. 1992-1996 йылдарҙа Виктор Журавлев —  «Версия» мәғлүмәт хоҡуҡи агентлығының генераль директоры. 1995 йылда уның нигеҙендә «Башинформ» агентлығы булдырыла. 1996-2010 йылдарҙа Виктор Игнатьевич «Башинформ» мәғлүмәт агентлығын етәкләй.

«Башинформ» агентлығы коллективы уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Мәрхүм менән бәхилләшеү 22 августа, көндөҙгө сәғәт 12-лә Раштыуа Алла анаһы ҡорамында үтә.

темалар: юғалтыуҙар