6 декабрь, Шишәмбе

22 август 2016 йыл, 11:33

Башҡортостан Башлығы Саҡмағош районында иген йыйыу барышын тикшерҙе

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 20 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Саҡмағош районына эш сәфәре барышында «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуҙарында уңыш йыйыу барышын тикшерҙе.

Хужалыҡ рәйесе Вадим Соколов әйтеүенсә, быйыл сәсеү майҙандары 24 850 гектар, шул иҫәптән иген – 16 175, шәкәр сөгөлдөрө – 900, мал аҙығы культуралары 5 954 гектар ерҙе биләй. Әлеге ваҡытта урып йыйыу кампанияһы тамамланған тиерлек, эштәр һуңғы гектарҙарҙа бара. Быйыл уңыш былтырғы күрһәткестәрҙән кәмерәк – гектарҙан 35 центнер. Ашлыҡтың дымлылығы 10-11 проценттан артмай.

Республика Башлығы комбайнсылар менән аралашты, улар уға комбайн бортында һәр мең центнер ашлыҡты йондоҙсоҡтар менән билдәләү традицияһы хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Рәүеф Ғүмәров 20 мең центнер ашлыҡ йыйыу бурысын алған, һәм бөгөн уның иген йыйыу машинаһында 20-се йондоҙсоҡ балҡыясаҡ. Рөстәм Хәмитов алдынғы эшсән менән әңгәмәләште, хеҙмәт шарттарын баһаланы, һәм уға республика комбайнсылар конкурсында уңыштар теләне.