Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Кушнаренко районы поликлиникаларында булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

20 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Кушнаренко районына эш сәфәре барышында Кушнаренко ауылында Үҙәк район дауаханаһы эргәһендәге балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиникаларҙа булды.

Дөйөм майҙаны 1 000 квадрат метр тәшкил иткән балалар поликлиникаһы 1910 йылда төҙөлгән. 1990 йылдарҙа бында капиталь ремонт башланған, әммә аҡса етмәү арҡаһында туҡтатылған. 2011 йылда Кушнаренко районына эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе объектта эштәрҙе тамамлау кәрәклеген билдәләгәйне. Бинаны төҙөкләндереү өсөн республика ҡаҙнаһынан 7 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Республика Башлығы медицина персоналы, поликлиникаға килгән балалар менән аралашты. Улар бөгөн бында табиптарҙың эшләүе һәм пациенттар өсөн бар шарттар булдырылыуын билдәләне.

Хәҙер 1981 йылда һалынған ике ҡатлы өлкәндәр поликлиникаһы ремонтҡа мохтаж. Ул сменаһына 150 ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Рөстәм Хәмитов кабинеттарҙы ҡарап сыҡты, ҡорамалдарҙың торошо менән ҡыҙыҡһынды һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бүлексәне төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть