9 декабрь, Йома

22 август 2016 йыл, 10:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 20 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты. Төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин һәм республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов ҡатнашты.

– Беҙ эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау темаһы буйынса һәйбәт эшләйбеҙ. Дөйөм алғанда, дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ, тип иҫәпләйем, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Рейтингта күренеүенсә, эшҡыуарҙар беҙҙе яҡшыраҡ баһалай башлаған. Эшҡыуарҙарҙың ышанысын яулауы ауыр. Улар беҙгә ышанһын өсөн бөтә кимәлдәрҙә лә намыҫлы эшләргә кәрәк.

Вәкил бөгөн илдә бизнесҡа контроль-күҙәтеү органдары яғынан да, баҙарҙағы ҡатмарлы иҡтисади хәл йәһәтенән дә етди баҫым яһалыуы тураһында һөйләне.

– Нефткә хаҡ төштө, илдең иҡтисады бөтөнләй икенсе, шуға күрә эске баҙарҙа ихтыяж кәмей һәм эшҡыуарлыҡта хәл насарая, – тине Борис Титов. – Бер үк ваҡытта сығымдар – кредиттар буйынса процент ставкаһы ла арта, бөгөн ул 20 проценттан ашыу. Әүәлгесә энергия тарифтары, һалымдар һәм кадастр хаҡы арта. Был – иҡтисади факторҙар яғынан бизнесҡа етди баҫым.

Уның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса Үҫеш стратегияһы өҫтөндә эш башланған, ул декабрь айында тәҡдим ителергә тейеш.

– Ағымдағы проблемаларҙан тыш, макроиҡтисад менән дә шөғөлләнергә тура килә. Башҡаса баҙар иҡтисадын һаҡлау һәм үҫтереү мөмкин түгел. Әгәр уны нисек бар шулай ҡалдырһаҡ, түбән тәгәрәргә мөмкин, – тип билдәләне Борис Титов. – Беҙ ил буйынса статистика алып барабыҙ. Дөйөм алғанда, эш урындары кәмей, әммә юғары етештереүсәнле эш урындары арта.