10 декабрь, Шәмбе

19 август 2016 йыл, 17:46

«Апимондия» президенты Филип МакКейб: «Һеҙҙә умартасылар конгресын уҙғарыу өсөн инфраструктура һәм бөтә мөмкинлектәр бар»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 19 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филип МакКейб менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ федерацияның генераль секретары Риккардо Джаннони-Себастианини һәм Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов ҡатнашты.

Яҡтар «Апимондия» етәкселегенең Башҡортостанға сәфәренә йомғаҡ яһаны һәм 2021 йылда Өфөлә Халыҡ-ара умартасылар конгресын үткәреү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Сәфәр барышында халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы вәкилдәре республиканың умартасылыҡ өлкәһендәге ғалимдары менән осрашты, Архангел районы умартасылары умарталыҡтарында, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында булды, Бөрйән районында солоҡ балын етештереү технологияһы менән танышты. Бынан тыш, улар Бал йортона, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә, Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгенә, Башҡорт дәүләт аграр университетына барҙы, ХVI республика умартасылар конкурсын, Х «Йәш умартасы» конкурсын ҡараны, Өфөнөң конгресс инфраструктураһы менән танышты.

Федерация президенты республика умартасылыҡ хужалыҡтарының юғары кимәлдә булыуын, үҫеш мөмкинлектәрен билдәләне.

– Мин балдың төрлө төрҙәрен тәмләп ҡараным. Был – юғары сифатлы бал, уның ҡеүәте ҙур. Әгәр экспорт маркетингы дөрөҫ төҙөлһә, ул ҙур популярлыҡ менән файҙаланасаҡ, – тине Филип МакКейб. – Һеҙҙә умартасылыҡ турҙары кеүек йүнәлеште үҫтереү өсөн потенциал бар, тип иҫәпләйем. Бөгөн был Европа туристары өсөн бик популяр тема.

«Апимондия» башлығы фекеренсә, республика 2021 йылда умартасылар конгресын ҡабул итергә әҙер.

– Ҡалаға һәм конгресты үткәреүгә килгәндә, һеҙҙә умартасылар конгресын уҙғарыу өсөн инфраструктура һәм бөтә мөмкинлектәр бар. Һауа торошо ла ошолайыраҡ торһа, бик һәйбәт буласаҡ, – тине Филип МакКейб. – Дөйөм алғанда, тәьҫораттар яҡшы. Ғариза биргәндә уңыштар юлдаш булыуын теләйем.

Халыҡ-ара умартасылыҡ буйынса конгрестар комитеты 1893 йылда булдырыла, беренсе Халыҡ-ара умартасылыҡ буйынса конгресс 1897 йылда Брюсселдә уҙа. «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһына 1949 йылда нигеҙ һалына. Ойошманың төп бурысы – бөтә илдәрҙә лә умартасылыҡты ғилми, техник һәм иҡтисади яҡтан үҫтереүгә булышлыҡ итеү.

Башҡортостан умартасылыҡтың төп күрһәткестәре буйынса илдә тәүге урынды биләй. 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала 366 мең бал ҡорто күсе иҫәпләнде. Башҡортостанда йылына уртаса 6 мең тонна бал етештерелә.