10 декабрь, Шәмбе

19 август 2016 йыл, 16:35

«Аҡ тирмә» үҙәге Ҡыҙыл майҙанда төшөрөлгән «Тирәтләү» видеоклибы менән таныштырҙы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙәге «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге интернетта яңы видеоклип менән таныштырҙы. Уны «Тирәтләү» башҡорт халыҡ йырына нигеҙләнеп режиссер Гөлназ Макиева-Ғәлимуллина Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда төшөргән.

Башҡарыусылар ҡурайға һәм ҡумыҙға ҡушылып йырлай. Милли кейемдәге башҡорт ҡыҙҙарын итальяндар, ҡытайҙар, һиндтар уратып алған. Улар ансамбль ағзаларына ҡушылып йырларға тырыша, алҡышлай һәм ҡыҙҙар менән фотоға төшә.

«Барыһын да тыуған яҡҡа, Башҡортостанға һәм уның һоҡланғыс халҡына арналған «Тирәтләү» видеоклибының исем туйы менән ҡотлайым. Күпме энергия, илһам, һөйөү һалынған унда! Ошо премьераны түҙемһеҙләнеп көттөк!» — тип яҙҙы социаль селтәрҙә «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Гөлсинә Батыршина.

Мәскәүҙәге «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге — республика, ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдәр, конкурстар лауреаты һәм дипломанты. Милли-мәҙәни үҙәк мегаполиста башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, яҡташтарҙы берләштерә. «Башҡорт ҡымыҙы» тип аталған тәүге клип та режиссер Гөлназ Макиева-Ғәлимуллинаның ижад емеше.