4 декабрь, Йәкшәмбе

19 август 2016 йыл, 14:39

Баш ҡалала республиканың иң яҡшы умартасылары билдәләнде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Өфөлә республиканың иң яҡшы умартасылары билдәләнде. 18 августа Башҡорт дәүләт аграр университетында өс республика бәйгеһе: ХVI умартасылар конкурсы, Х «Йәш умартасы» конкурсы һәм ғаилә умартасылар династиялары араһында Х конкурс уҙҙы, тип хәбәр итә Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Быйыл ярыштарҙа 48 райондан 63 умартасы һәм 29 райондан 33 уҡыусы ҡатнашты. Улар «Иң яҡшы умартасы» исеме өсөн көс һынашты. Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар, Ауыл хужалығы һәм Мәғариф министрлыҡтарының почет грамоталары менән бүләкләнде.

Башҡортостандың иң яҡшы умартасыларын республиканың абруйлы ҡунаҡтары — «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филипп Маккейб, Рәсәйҙәге ойошманың генераль секретары Риккардо Джаннони-Себастянини һәм Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов бүләкләне. Арнольд Бутов Башҡортостанға ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн йәш умартасылар командаһын әҙерләргә ҡушты.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, Башҡорт дәүләт аграр университеты. Еңеүселәрҙең исемлеге менән Ауыл хужалығы министрлығы сайтында танышырға мөмкин.