Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы» исеме бирелде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Ишембай ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы» тигән халыҡ-ара почетлы исем бирелде. Был ҡарарҙы Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумы ҡабул итте. Документҡа ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт Виктор Горбатко ҡул ҡуйҙы.

Ишембай «Ватан алдындағы хеҙмәттәре, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы, хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн, һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға 71 йыл тулыу уңайынан» ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Ишембай менән бер рәттән Златоуст, Улан-Удэ, Фрязино ҡалаларына ла шундай исем бирелде, тип хәбәр иттеләр Ишембай ҡалаһы хакимиәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть