3 декабрь, Шәмбе

19 август 2016 йыл, 13:03

Өфөләрҙе «Хәрби бейеклек» патриотик йыр фестиваленә саҡыралар

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 10 сентябрҙә Өфөлә яҡшы йолаға әүерелгән «Хәрби бейеклек» патриотик йыр фестивале уҙа. Был юлы сара Салауат Юлаев майҙанында ойошторола.

«Хәрби бейеклек» фестиваленә илдең төрлө ҡалаларынан башҡарыусылар һәм ҡунаҡтар килә. Гала-концертта «Мазари-Шариф» (Иваново), «Десантное братство» (Ульяновск), «Блок-пост» (Димитровград), «Ант» (Өфө), Татарстан Республикаһы Эске эштәр министрлығының «Хорошее настроение», «От Афгана до Чечни» (Ҡазан) төркөмдәре, Валерий Петряев һәм Игорь Дрягилев (Ярославль), Артур Саянов (Севастополь), Александр Рыбалко һәм Виктор Иванов (Өфө) ҡатнаша. Байрамды популяр йырсы Айҙар Ғәлимовтың һәм «Ант» төркөмөнөң сығыштары биҙәйәсәк.

«Был фестиваль ҡаланың патриотик традицияларының сағыу визит карточкаларының береһенә әүерелде. Быйыл да ул Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 75 йыллығына арналған саралар араһында лайыҡлы урын биләр, тип ышанабыҙ», — ти ойоштороусылар.

Байрам киске сәғәт 6-ла башлана, инеү бушлай.