6 декабрь, Шишәмбе

19 август 2016 йыл, 12:13

Республикала көндәрҙең эҫе тороуына бәйле ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда ҡайһы бер юлдарҙа ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә. Был көндәрҙең эҫе тороуына бәйле, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы.

Улар 19 августан 26-на тиклем ғәмәлдә була. Көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан юғарыраҡ булған осраҡта иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем М5, М7, Р240 трассаларында һәм көнбайыштан Өфөгә ингән юлда хәрәкәт сикләнә.