10 декабрь, Шәмбе

19 август 2016 йыл, 11:27

Рөстәм Хәмитов ураҡ эштәре барышы һәм ужым культураларын сәсеүҙе ойоштороу тураһында кәңәшмә үткәрҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олег Яровиков/. 18 августа Ауырғазы районының «Уңыш» ауыл хужалығы етештереү кооперативында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ураҡ эштәре барышы һәм ужым культураларын сәсеүҙе ойоштороу тураһында кәңәшмә үткәрҙе.

Ғинуар-июнь айҙарында ауыл хужалығы продукцияһының күләме яҡынса 60 миллиард һум, йәки уҙған йылдың беренсе ярты йыллығына ҡарата 105,5 процент тәшкил иткән, тине төбәк етәксеһе. Продукцияны һатыу күләме лә арта. Мәҫәлән, 2015 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, тәүге ярты йыллыҡта ашлыҡ 77 процентҡа, йәшелсә – 12,1, ит – 13, һөт – 4, йомортҡа 42 процентҡа күберәк һатылған.  

Баҫыуҙарҙа уңыш яҡшы, урып йыйыу эштәре лә йылдам бара, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Саҡмағош, Илеш, Нуриман һәм башҡа райондар – лидерҙар рәтендә.

– Бөгөн майҙандарҙың 63 процентында уңыш йыйып алынған. Ил буйынса уңыш күрһәткесе – 48, Волга буйы федераль округында – 59 процент. Һуңғы ун йылда тәүге тапҡыр урып йыйыу эштәре темпының юғары булыуын күҙәтәбеҙ. Быға һауа торошо ла булышлыҡ итә, – тине республика Башлығы. – Бөгөнгә 2,2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Кәм тигәндә тағы ла 1 миллион тонна алырбыҙ тип көтәбеҙ. Был 2016 йылғы уңыш кампанияһы йомғаҡтары буйынса һәйбәт һөҙөмтә буласаҡ.

Республика буйынса уртаса уңыш – гектарҙан 19,6 центнер. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, округта был күрһәткес – гектарҙан 23 центнер. Төбәктең тәбиғәт шарттары гектарҙан 25-30 центнер уңыш алырға ла мөмкинлек бирә, шуға күрә киләсәктә уңышты арттырырға кәрәк.

Элеваторҙар уңышты ҡабул итергә ҙәер. Әле 215 мең тонна ашлыҡ килтерелгән, был тулайым йыйымдың 10 процент самаһын тәшкил итә.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығының бүлек етәксеһе Татьяна Власова алдағы көндәргә һауа торошо хаҡында һөйләне. Игендең уңышына ҡоролоҡ, ҡоро ел дә йоғонто яһай, тип билдәләне ул. Уның әйтеүенсә, юғары һауа температураһы 25 авгусҡа тиклем һаҡлана. Һуңынан яуым-төшөм көтөлә. Сентябрь айында ла уртаса температура норманан юғары – 13-14 градус һәм яуым-төшөм аҙ буласаҡ.  

Төбәк Башлығы Рәсәй Ауыл хужалығы академияһының Шишмә селекция үҙәге директоры Әнүәр Шакирйәновтан аграрийҙарға селекция эше буйынса кәңәштәр биреүен һораны. Белгес фекеренсә, күпселек хужалыҡтарға ужым культураларының районлаштырылған сорттарына иғтибар итергә кәрәк. Улар гектарҙан 20-25 центнер уңыш бирә. Тритикаленең уңышы гектарҙан 77 центнер, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 100 центнер тәшкил итә.

Кәңәшмәлә шулай уҡ уңышты арттырыу һәм баҙарҙағы хаҡтар торошо мәсьәләләре тикшерелде. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, иген интервенциялары 19 августа башлана.