11 декабрь, Йәкшәмбе

19 август 2016 йыл, 10:03

Республика Хөкүмәте Башҡортостан сода компанияһындағы «алтын акция»нан баш тартты

фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостан Хөкүмәте «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте идаралығында махсус хоҡуҡтың («алтын акция»ның) эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, Башҡортостан Министрҙар Советының 1993 йылдың 18 октябрендәге ҡарары менән республикаға «Каустик» акционерҙар йәмғиәте (хәҙер — «Башҡортостан сода компанияһы») менән идара итеүҙә ҡатнашыуға махсус хоҡуҡ бирелә. Өс йылға иҫәпләнгән хоҡуҡ 1996 йылдың 17 октябрендә тамамлана һәм уның ваҡыты оҙайтылмай. 1997 йылдың июлендә хосусилаштырыу тураһында икенсе федераль закон ҡабул ителгәс кенә мөҙҙәтһеҙ махсус хоҡуҡ билдәләнә.

«Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте «Сода» менән «Каустик»ты берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Башҡортостан сода компанияһы кальцийлы һәм аш содаһын етештереү буйынса илдә беренсе, поливинилхлорид һәм каустик сода сығарыу буйынса икенсе урын биләй, шулай уҡ кабель пластикаттар етештереү буйынса лидерҙар рәтендә.  

«РБК-Өфө» сайтының «Картотека» сервисы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, Башҡортостан сода компанияһының устав капиталының 38 процентын — Башҡортостан, 29 процентын — «Башҡортостан химияһы» акционерҙар йәмғиәте, 31 процентын Кипрҙың Modisanna Limited компанияһы контролдә тота.