11 декабрь, Йәкшәмбе

18 август 2016 йыл, 17:29

Электрон белем биреүҙе үҫтереү өсөн Башҡортостан Башлығы гранттарына дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы дөйөм белем биреү учреждениеларында электрон белем биреүҙе үҫтереү өсөн республика Башлығы гранттарына дәғүә итеүгә документтар ҡабул итә башлай. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 6 сентябргә тиклем бирергә кәрәк.

Гранттарҙың дөйөм суммаһы — яҡынса 30 миллион һум. Субсидиялар уҡытыусыларҙы электрон белем биреү технологияларына өйрәтеү, ата-әсәләрҙе өйрәтеү моделен әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу, һәләтле балаларҙы һайлап алыу һәм артабан улар менән эшләү, электрон балалар баҡсаһы, электрон мәктәп әҙерләү, түңәрәк эше моделдәре һәм башҡа йүнәлештәр буйынса бүленә.

Документтар ҡабул итеү урыны: Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2, 204-се бүлмә, көн һайын (ял һәм байрам көндәренән тыш) иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.

Тулыраҡ мәғлүмәт Мәғариф министрлығы сайтында бирелгән.