3 декабрь, Шәмбе

18 август 2016 йыл, 16:38

Республика банктар биргән кредит күләме буйынса илдә бишенсе урында килә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан банктар биргән кредит күләме буйынса илдә бишенсе урынды биләй. Берләшкән кредит бюроһы аналитиктары II кварталға йомғаҡ яһаны. Алда ике баш ҡала төбәге һәм Свердловск өлкәһе килә. Апрель-июнь айҙарында республика халҡы 225,4 мең кредит алған. Уның дөйөм суммаһы 22,28 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.

Башҡортостан ҡулаҡса (бишенсе урында, 157 мең кредит, уртаса күләме 87,74 мең һум), автокредит (бишенсе урында, 2,65 мең кредит, уртаса күләме 504,6 мең һум) һәм бирелгән кредит карталары һаны (61 мең карта, кредиттың уртаса күләме 36,5 мең) буйынса тәүге ун төбәк иҫәбендә.

Республика ипотека буйынса тәүге ун төбәк исемлегенә инмәне.

темалар: кредиттар