6 декабрь, Шишәмбе

18 август 2016 йыл, 16:08

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы өсөн ижади төркөм эҙләйҙәр

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталына ижади хеҙмәткәрҙәр — етәксе һәм журналистар кәрәк. Ошо хаҡта Башҡорт дәүләт филармонияһы сайтында мәғлүмәт бирелгән.

Хәҙер яңы команда Мәҙәни программалар дирекцияһы сиктәрендә филармонияла эшләйәсәк. Етәксе урынына дәғүә итеүсе рус һәм башҡорт телдәрендә иркен аралашырға, мәҙәни тормош менән ҡыҙыҡһынырға һәм коллективтың эшен ойоштора белергә тейеш. Мөхәррирҙәрҙең (журналистарҙың) мәҡәләләр яҙа белеүе мотлаҡ. Резюмены mkrb_pressa@bashkortostan.ru электрон адресына ебәрергә мөмкин. Мәҙәни программалар дирекцияһына менеджер һәм координатор ҙа талап ителә.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы 2011 йылда «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында республика Башлығының ҡушыуы буйынса ойошторолдо. 2014 йылда портал Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды.