4 декабрь, Йәкшәмбе

18 август 2016 йыл, 15:27

Республикала танылған бейеүсе Гөлгөнә Лоҡманова менән бәхилләштеләр

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда танылған бейеүсе Гөлгөнә Лоҡманова менән бәхилләштеләр. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында 43-сө йәшендә ҡапыл вафат булды.

Гөлгөнә Лоҡманова Баймаҡ районында тыуған, Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлаған. Гөлгөнә һәм уның тормош иптәше, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раил Лоҡманов республикала билдәле бейеүсе пар ине. Улар Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының «Йәйғор» халыҡ ансамблендә таныша. Икеһе лә сирек быуат сәхнәлә сығыш яһауҙан тыш, Стәрлетамаҡ бейеү театрында, Ишембай ҡалаһының «Берғамыт» халыҡ ансамблендә эшләй. 2-се башҡорт лицей интернатында, 3-сө бшҡорт гимназияһында, 3-сө башҡорт лицейында, төҙөлөш колледжында бейеү түңәрәктәре алып бара. Ғаилә биш йыл Өфөлә, «Далан» эстрада төркөмөндә эшләй. Республика ҡалалары һәм райондарында, Рәсәйҙә, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда, Төркилә, Бельгияла, Голландияла гастролдәрҙә йөрөйҙәр. Һуңғы йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт театры эргәһендә «Торатау» балалар бейеү ансамблен ойошторалар. Ансамбль ағзалары «Байыҡ» республика телевизион бейеү конкурсында даими ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Гөлгөнә Лоҡманова Баймаҡта ерләнде. Уның ике ҡыҙы ҡалды, икеһе лә ата-әсәһенең эшен дауам итә.

темалар: юғалтыуҙар