10 декабрь, Шәмбе

18 август 2016 йыл, 13:13

Баш ҡалала август айында дүртенсе температура рекорды теркәлде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә август айында дүртенсе температура рекорды теркәлде. Был хаҡта Башҡортостан гидрометеорология үҙәге хәбәр итә. Шаршамбы Өфө-Дим метеостанцияһында термометр 35,6 градус күрһәткән. Быға тиклемге максимум — 34,8 градус 2014 йылда булған.

Өфө-Авиация метеостанцияһында һауа температураһы — 35,1, Өфө-Гидрометүҙәк посында 35,3 градусҡа еткән. 17 августа республикала иң юғары һауа температураһы 32-36,9 градус булған.

Алдағы көндәрҙә һауа торошонда үҙгәрештәр көтөлмәй.

темалар: һауа торошо