7 декабрь, Шаршамбы

18 август 2016 йыл, 12:49

Рөстәм Хәмитов: «Алдағы йылдарҙа «Башнефть» тағы ла яҡшыраҡ эшләйәсәк, дивидендтар ҙа күберәк буласаҡ»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башинформ» агентлығына интервьюһында федераль властарҙың «Башнефть» нефть компанияһының федераль пакетын хосусилаштырыу ваҡытын кисектереү тураһындағы ҡарарына аңлатма бирҙе.

— Рөстәм Зәки улы, ил Президенты Владимир Путиндың һәм Премьер-министр Дмитрий Медведевтың «Башнефть» компанияһын хосусилаштырыуҙы кисектереү тураһындағы ҡарары күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Һеҙ быны нисек баһалайһығыҙ?

— Беҙ «Башнефть» компанияһы акцияларының федераль пакетын хосусилаштырыуға бәйле күп кенә мәсьәләләрҙе тикшереүҙә ҡатнаштыҡ. Шуға күрә минең өсөн көтөлгән хәл булды был.

Мин ошо ҡарарҙы хуплайым, сөнки  «Башнефть» компанияһын республика мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмайынса һатырға ярамағанлығын баштан уҡ аңлай инек. Һуңғы айҙарҙа Хөкүмәт ағзалары менән һөйләшеүҙәрҙә, осрашыуҙарҙа ошо фекерҙе яҡланыҡ.

— Рөстәм Зәки улы, күп эксперттар билдәләүенсә, кисектереүгә һеҙҙең ил Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәтегеҙ сәбәпсе булған. Һеҙ ҡасан уға мөрәжәғәт иткәйнегеҙ?

— Владимир Владимирович менән осрашҡан саҡта үҙемдең фекеремде еткерҙем, тәҡдимебеҙҙе раҫлаған тейешле документтар әҙерләнем.

Иғтибарҙы тәү сиратта «Башнефть» компанияһының Башҡортостан өсөн система булдырыусы компания булыуына йүнәлттек. Ул республика ҡаҙнаһына яҡынса 35 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем килтерә. Шуға күрә хосусилаштырыу буйынса эш ентекле алып барылырға тейеш.

Икенсе. Республика халҡы «Башнефть» акцияларын дәүләт милкенә тапшырыуҙы хуплап ҡабул итте. Әлбиттә, был осраҡта Башҡортостанда йәшәүселәрҙең дә мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмау мөмкин түгел ине.

Өсөнсө. Беҙ «Башнефть» компанияһының нефть химияһы, химия йүнәлештәре буйынса стратегик үҫеш программаһы әҙерләүе хаҡында һөйләнек. Әгәр ошо проекттар тормошҡа ашырылһа, ике-өс йылдан компанияның хаҡы артыр ине.

— Рөстәм Зәки улы, дивиденд сәйәсәтенә килгәндә, быйыл сумма күберәк буласаҡ, тип хәбәр иткәйнеләр. Был аҡсалар ҡасан республика бюджетына күсә һәм ниндәй маҡсатҡа йүнәлтелә?

— 17 августа республика ҡаҙнаһына 7 миллиард 250 миллион һум аҡса  инә. «Башнефть» дивидендтары мөһим объекттар – мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары төҙөү өсөн тотонола. Алдағы йылдарҙа «Башнефть» тағы ла яҡшыраҡ эшләр һәм дивидендтар ҙа күберәк булыр, тип ышанам.

Өҫтәүенә, алда беҙҙе ҙур саралар көтә. 2019 йылда – Башҡортостандың 100 йыллығы, Бөтә донъя балалар уйындары. 2020 йылда Фольклориаданы ҡабул итәбеҙ. Әле 2021 йылда Өфөлә Бөтә донъя умартасылар форумын үткәреү хоҡуғын алыуға әҙерлек бара.