8 декабрь, Кесе йома

18 август 2016 йыл, 11:28

Рөстәм Хәмитов олимпия чемпиондары Тимур Сафин һәм Артур Әхмәтхужин менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 17 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов XXXI йәйге Олимпия уйындары чемпиондары, рапирасылар Тимур Сафин һәм Артур Әхмәтхужин, шулай уҡ уларҙың тренерҙары Рәмил Әйүпов, Лира Грушина һәм Руслан Нәсибуллин менән осрашты. Республикала ошо спорт төрөн үҫтереү, уның матди-техник базаһын нығытыу мөмкинлектәре тикшерелде.

– Мин бөгөнгө осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көттөм, республика халҡы исеменән һеҙгә ошондай юғары наградаларға лайыҡ булғанығыҙ, оло еңеүегеҙ өсөн рәхмәт әйткем килә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙ, һис шикһеҙ, Башҡортостан тарихына яңы бит өҫтәнегеҙ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Был еңеүегеҙ илебеҙ, республикабыҙ, үҙегеҙ, спорт, фехтование өсөн мөһим. Һеҙгә нисек ауыр булғанлығын аңлайбыҙ, әлбиттә. Беҙ ҙә бик ҡайғырҙыҡ.

Тимур Сафин һәм Артур Әхмәтхужин Бразилияға Олимпиада башланырға ике аҙна ҡалғас килеүҙәре хаҡында һөйләне. Олимпия ауылынан 100 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ҡалала ярышҡа әҙерләнгәндәр. Улар унда үҙҙәрен дөрөҫ көйләп, ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай алған.

Республикала фехтованиены үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләгәндә Лира Грушина Өфөлә яңы үҙәк булдырыу кәрәклеген билдәләне. Унда буласаҡ рапирасылар шөғөлләнә алыр ине. Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы ла был идеяны хуплай. Әлеге бина барлыҡ теләүселәрҙе лә ҡабул итә алмай. Бөгөн унда 900-гә яҡын бала шөғөлләнә.

– Беҙ теләһә ниндәй шарттарҙа берлектә финанслауҙа, шул иҫәптән инфраструктура, коммуникациялар үткәреү йәһәтенән ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бары тик ҙур, заманса үҙәк төҙөргә кәрәк, юғары кимәлдәге ярыштар уҙғарыу өсөн ҡорамалдар ҙа яҡшы булырға тейеш. Ике йылдан, бәлки, тиҙерәк тә шундай үҙәк буласаҡ.

Республика Башлығы олимпия чемпиондарына 2019 йылда Өфөлә үтәсәк йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын асыу тантанаһында ҡатнашырға тәҡдим итте.