Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан игенселәре 2,3 миллион тонна самаһы ашлыҡ йыйған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

Башҡортостанда 2 миллион 260,3 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған. Илеш (112,4 мең тонна), Стәрлетамаҡ (125) һәм Саҡмағош (112,6) райондары игенселәре иң күп ашлыҡ йыйып алған.

Әле 1190,9 мең гектар майҙандағы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар (66 процент) сабылған, 1150,6 мең гектарҙа (63 процент) — һуғылған. Ғафури, Илеш, Нуриман һәм Саҡмағош райондары баҫыуҙарында ашлыҡты 20 проценттан аҙыраҡ майҙанда сабырға ҡалған.

Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙан уртаса уңыш гектарынан 19,8 центнер тәшкил итә. Ейәнсуралар — борсаҡтан (гектарынан 25 центнер), саҡмағоштар — яҙғы бойҙайҙан, арпанан һәм ҡарабойҙайҙан (26,9, 32,6 һәм 21,3), мәләүездәр һолонан (28) иң юғары уңыш ала, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть