3 декабрь, Шәмбе

18 август 2016 йыл, 9:42

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Хәйриәлек» халыҡ-ара форумы уҙа

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 17-18 ноябрҙә Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Хәйриәлек» халыҡ-ара форумы ойошторола. Уны үткәреү өсөн «Мәрхәмәт» хәйриә фонды яҡынса 5 миллион һум күләмендә федераль грант отто. 17 августа Башҡортостан Хөкүмәтендә сараға әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышы булды.

Баш ҡалала «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Хәйриәлек» конференцияһы 2018 йылда үтәсәк икенсе Евразия форумына әҙерлек сиктәрендә ойошторола, тип билдәләне Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.

«Былтыр сентябрь айында Санкт-Петербургта тәүге Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы уҙҙы. Майҙансыҡтарҙың береһе гуманитар хеҙмәттәшлек һәм хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләренә арналды. Башҡортостан унда хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләре һөҙөмтәле хәл ителгән субъекттарҙың береһе тип танылды», — тине Лилиә Ғүмәрова.

Әле икенсе Евразия форумын үткәреү урыны тураһында мәсьәлә хәл ителә, тип өҫтәне сенатор.

«Уның республиканың баш ҡалаһында ла уҙыуы ихтимал. Санкт-Петербург һәм Мәскәү менән бер рәттән Өфө майҙансыҡтарҙың береһе булараҡ ҡарала», — тине Лилиә Ғүмәрова.

«Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Хәйриәлек» форумында Рәсәйҙең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте лидерҙары, хәйриә фондтары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Сарала Диана Гурцкая, Вячеслав Фетисовтың һәм башҡа билдәле кешеләрҙең ҡатнашыуы көтөлә.