5 декабрь, Дүшәмбе

17 август 2016 йыл, 17:25

Бер аҙна эсендә төбәктә башҡа аҙыҡ-түлеккә ҡарағанда алмалар арзанайған

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙна эсендә республикала башҡа аҙыҡ-түлеккә ҡарағанда алмалар арзанайған. 2016 йылдың 15 авгусына алманың бер килограмы 78,63 һум тәшкил иткән, был үткән аҙналағы хаҡтар менән сағыштырғанда 11,1 процентҡа аҙыраҡ.

Шулай уҡ кәбеҫтә (9,2 процентҡа), картуф (5,2), башлы һуған (3,5), кишер (2,8), шәкәр ҡомо (1,6), һыуытылған тауыҡ ите, бойҙай оно, ҡарабойҙай (0,8-0,1) арзанайған.

Тары ярмаһы (2,3 процентҡа), тоҙ (1,1), үҫемлек майы, арыш икмәге, һыйыр ите, аҡ май, дөгө, сусҡа ите, вермишель, туңдырылған балыҡ, һөт (0,9-0,1) ҡиммәтләнгән.

Ҡаймаҡтың, эремсектең, йомортҡаның, бойҙай икмәгенең һәм булка изделиеларының хаҡы үҙгәрмәгән.