7 декабрь, Шаршамбы

17 август 2016 йыл, 16:30

Республиканың алты районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың алты районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Был ҡара сиңерткәләрҙең таралыуы арҡаһында сәсеүлектәрҙең һәләк булыуына бәйле. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итә.

18 авгусҡа тиклем Әбйәлил, Баймаҡ, Бәләбәй, Ишембай, Учалы һәм Хәйбулла райондарында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгән.