Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала асыҡ һауала «Диско-төн» ойошторола

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

27 августа Башҡортостанда «Диско-төн» республика йәштәр акцияһы уҙа. Дискотекалар республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында ойошторола.

Йәштәр акцияһында ди-джейҙар, бейеүселәр һәм 16 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала. «Диско-төн» барышында флешмобтар, викториналар, лотереялар һәм конкурстар үткәрелә. Конкурс тураһында положение Республика халыҡ ижады үҙәге сайтының «Конкурстар һәм фестивалдәр» бүлегендә бирелгән.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сараның төп бурысы — йәштәрҙең ялын ойоштороу, музыка тыңлау, ҡатнашыусыларҙың тәртибенә социаль контроль.

Акцияны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, муниципаль берәмек хакимиәттәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть