4 декабрь, Йәкшәмбе

17 август 2016 йыл, 14:21

Төбәктә «Мыстар» байрамында популяр йәш башҡарыусылар сығыш яһай

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 26 августа Баймаҡта «Мыстар» республика ҡымыҙ байрамы уҙғарыла. Сара ҡала паркында ойошторола. Байрамды ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, ҡунаҡтарҙы иң яҡшы йәш музыканттарҙың сығышы, күңелле конкурстар, ҡиммәтле бүләктәр һәм ҡымыҙ көтә.

Байрамда популяр башҡарыусылар: «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, йырсы Екатерина Ямщикова, мультиинструменталист Zainetdin ҡатнашырға теләк белдергән.

2012 йылда «Мыстар» байрамы «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө һәм «Маҡсат» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы башланғысы буйынса үткәрелгәйне. «Мыстар» башҡорт теленән тәржемә иткәндә «мал тиреһенән тегелгән ҡымыҙ һауыты» тигәнде аңлата.

Тулыраҡ мәғлүмәт — «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмдә.