Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан «Башнефть» компанияһын хосусилаштырыу ваҡытын кисектереүҙе хуплай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Башнефть» нефть компанияһының 25 процент акцияһына эйә булған Башҡортостан Рәсәй Хөкүмәтенең компанияның федераль пакетын хосусилаштырыу ваҡытын кисектереү тураһындағы ҡарарын хуплай, тип хәбәр итә «Интерфакс».

«Рөстәм Хәмитов был ҡарар менән риза һәм ул ҙур нефть компанияларының береһен хосусилаштырыу мәсьәләләренә ентекле, шул иҫәптән Башҡортостандың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып ҡарарға мөмкинлек бирә тип иҫәпләй», — тип хәбәр иттеләр «Интерфакс» агентлығына республика Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Матбуғат хеҙмәтендә Рөстәм Хәмитовтың федераль властарға дәүләт пакетын хосусилаштырыуҙы кисектереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итеүен раҫланылар.

Быға тиклем Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведевтың матбуғат секретары Наталья Тимакова Хөкүмәт башлығы «Башнефть» компанияһын хосусилаштырыуҙы кисектереү тураһында ҡарар ҡабул итеүен һәм президент Владимир Путиндың уны хуплауын хәбәр иткәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть