10 декабрь, Шәмбе

17 август 2016 йыл, 13:00

Рөстәм Хәмитов «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филип МакКейб менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 16 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филип МакКейб менән осрашты. Яҡтар республикала умартасылыҡты үҫтереү, шулай уҡ Өфөлә «Апимондия» халыҡ-ара конгресын үткәреү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Осрашыуҙа шулай уҡ федерацияның генераль секретары Риккардо Джаннони-Себастианини һәм Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов ҡатнашты.

– Һеҙ – Рәсәй умартасылығы үҙәгендә. «Башҡорт балы» бренды илебеҙҙә яҡшы билдәле. Умартасыларыбыҙҙың өлгәшкән уңыштары менән ғорурланабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республикала йәшәүселәрҙең күбеһе бал ҡорто тота. Мәҫәлән, минең олатайым һәм өләсәйем, ата-әсәйем умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Бала саҡтан уҡ бал ҡорттары, умарталар араһында үҫтек, ошо умарталыҡтарҙа эшләнек.

2021 йылда Башҡортостан «Апимондия» халыҡ-ара конгресын үткәреү хоҡуғын алырға ниәтләй, тип билдәләне республика Башлығы. Уның әйтеүенсә, төбәктә умартасылыҡты үҫтереү буйынса яңы программа ҡабул ителәсәк, тармаҡтың матди-техник базаһы яңыртыласаҡ.

– Рөстәм Зәки улының умартасылыҡ тураһында хәбәрҙар булыуы, уның 2021 йылда Өфөлә «Апимондия» конгресын юғары кимәлдә уҙғарырға теләүе һоҡландырҙы, – тип һөйләне журналистарға Филип МакКейб. – Республика Башлығы Башҡортостан буйлап сәфәрҙән һуң ике көн үткәс осрашырға һәм тәьҫораттарҙы, мөмкинлектәрҙе тикшерергә тәҡдим итте.

Арнольд Бутов конгресты үткәреү хоҡуғына дүрт илдең дәғүә итеүен белдерҙе.

Халыҡ-ара умартасылыҡ буйынса конгрестар комитеты 1893 йылда булдырыла, беренсе Халыҡ-ара умартасылыҡ буйынса конгресс 1897 йылда Брюсселдә уҙа. «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһына 1949 йылда нигеҙ һалына. Ойошманың төп бурысы – бөтә илдәрҙә лә умартасылыҡты ғилми, техник һәм иҡтисади яҡтан үҫтереүгә булышлыҡ итеү.

Башҡортостан умартасылыҡтың төп күрһәткестәре буйынса илдә тәүге урынды биләй. 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала 366 мең бал ҡорто күсе иҫәпләнде. Башҡортостанда йылына уртаса 6 мең тонна бал етештерелә.