9 декабрь, Йома

17 август 2016 йыл, 12:15

Баҡалы районында ҡарабойҙай эшкәртеү предприятиеһын үҫтереүгә 120 миллион һум аҡса инвестициялана

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 16 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Баҡалы районына эш сәфәре барышында Үмәр ауылында ҡарабойҙай эшкәртеүгә махсуслашҡан «Магистраль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды.

Бер йыл элек йәш ауыл хужалығы етештереүсеһе Максим Япрынцев ойошторған предприятие бөгөн эшкәртеүҙең тулы циклын тормошҡа ашыра. Быйыл 1,5 мең самаһы тонна ашлыҡ эшкәртеләсәк.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер продукцияға өҫтәмә хаҡты алыпһатарҙар билдәләй, улар сеймалды баҫыуҙан алып беҙгә һата, һуңынан беҙҙән әҙер продукцияны һатып ала, – тине Максим Япрынцев. – Шуға күрә киләсәктә ҡарабойҙай үҫтереүҙән алып әҙер продукция сығарыуҙы үҙләштерергә теләйбеҙ.

Предприятие директоры Рөстәм Хәмитовҡа бизнес-пландың проектын тәҡдим итте. Уға ярашлы, алдағы йылдарҙа производствоны үҫтереүгә 120 миллион һум самаһы аҡса һалыу күҙаллана. Был аҡса ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Шул рәүешле эшкәртеү күләме 4 мең тоннаға тиклем артасаҡ.

Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреевтың әйтеүенсә, әлеге ваҡытта предприятиеға етештереү комплексынан алыҫ түгел 10 мең гектарға тиклем ер участкаһы бүлеү мөмкинлеге ҡарала. Ҡарабойҙайҙан тыш, был майҙандарҙа башҡа культуралар, шул иҫәптән кукуруз үҫтереләсәк.

Төбәк Башлығы һөт малсылығының етештереүсәнлеген арттырыу өсөн балансланған аҙыҡ етештереүҙең мөһимлеген билдәләне.

– Әгәр ҙә беҙ кукурузды дөрөҫ үҫтерергә өйрәнһәк, һөттөң күләме артасаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан һәр саҡ игенгә бай республика тип һаналды, һөт икенсе планда ҡалып килде. Бөгөн һөт буйынса яҡшы эшләргә теләһәк, мал аҙығынан тыш мөмкин түгел. Аҙыҡ сифатлы һәм балансланған булырға тейеш. Быны аңларға, бөтә етештереүселәрҙе шуға өйрәтергә кәрәк.

Республика етәксеһе йәш эшҡыуарҙың башланғысын хупланы.