5 декабрь, Дүшәмбе

17 август 2016 йыл, 10:58

Рөстәм Хәмитов Шаран керамика комбинатында булды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 16 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Шаран районына эш сәфәре барышында 2013 йылда Наратаҫты ауылында элекке кирбес заводында асылған Шаран керамика комбинатында булды.

Инвестор («Архстройинвестиции» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте) производствоны тергеҙеүгә 80 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән, яңы технологик ҡорамалдар һатып алған һәм ҡуйған. Былтыр комбинат 7,3 миллион дананан ашыу кирбес етештергән, сәнәғәт етештереүе индексы 133,9 процент тәшкил иткән.

Директор Сергей Барановтың әйтеүенсә, әлеге ваҡытта предприятие проект ҡеүәтенә сыҡҡан – йылына 10 миллион дана кирбес. Комбинатта 100-гә яҡын кеше эшләй. Продукцияны төп ҡулланыусылар – «Архстройинвестиции» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Башҡортостандың һәм Татарстандың төҙөлөш предприятиелары. Производствоның икенсе сиратын төҙөү ҙә планлаштырыла.

Кирбес заводтарын вертикаль-интеграцияланған төҙөлөш холдингтары составына индереү уларҙы заказдар менән тәьмин итергә һәм уңышлы эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә, тип билдәләне республика Башлығы.

– Беҙҙә кирбес заводтарының ябылыу осраҡтары ла бар. Һеҙҙә барыһы ла һәйбәт. Артабан да шулай эшләгеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.