3 декабрь, Шәмбе

17 август 2016 йыл, 10:01

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар эфир ваҡытын бүлде

фото: автор фотоһы | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа агитация үткәреү өсөн төбәк киң мәғлүмәт сараларында эфир ваҡытын бүлеү буйынса йәрәбә үткәрелде. Сәйәси партиялар һәм теркәлгән кандидаттар араһында майҙансыҡтар бүленде.

«Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй», «Рәсәй 24» телеканалдары, «Юлдаш», «Спутник ФМ», «Рәсәй радиоһы», «Вести ФМ», «Маяк» радиоканалдары түләүһеҙ эфир ваҡыты бирҙе.

«Йәрәбә бөтә кандидаттарға һәм сәйәси партияларға киң мәғлүмәт сараларында агитация алып барыу өсөн бер тигеҙ мөмкинлек бирә. Минеңсә, Үҙәк һайлау комиссияһы процесты юғары кимәлдә ойошторған, процедура асыҡтан-асыҡ үтте. Үҙемә эләккән номерҙар менән ҡәнәғәтмен, сөнки был — бәхетле һандар», — тине «Берҙәм Рәсәй» вәкиле Зариф Байғусҡаров.

Белорет округы буйынса «Рәсәй коммунистары» партияһынан кандидат Хәсән Иҙиәтуллин бүленгән ваҡыт менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Көнөнә бер минутлыҡ ҡына эфир ваҡыты бирелә. Кандидат фекеренсә, ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һайлаусы менән бәйләнеш булдырыу мөмкин түгел.

«Минеңсә, йәрәбә уңышлы, закон буйынса ойошторолдо. Кандидаттарҙың хоҡуҡтары билдәләнде, теле- һәм радиокомпанияларҙың вәкилдәре ҡағиҙәләрҙе ентекле аңлатты. Беҙгә етенсе һан эләкте. Партия лидеры әйтеүенсә, Библия һаны, шуға күрә беҙ еңеүгә барабыҙ», — тине Белорет округы буйынса ЛДПР партияһынан кандидат Иван Сухарев.