6 декабрь, Шишәмбе

16 август 2016 йыл, 17:31

Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше мөлкәткә һалым буйынса белдереү ҡағыҙы аласаҡ

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Федераль һалым хеҙмәте күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡынан сығып 2015 йыл өсөн физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалым түләү өсөн белдереү ҡағыҙҙары ебәрә башланы.

Республикала 2 миллион 177 мең 725 һалым түләүсе түләү ҡағыҙы аласаҡ, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Башҡортостан мөлкәт һалымын яңы ҡағиҙәләр буйынса түләй башлаясаҡ 28 пилот төбәге иҫәбенә инде.

Граждандар милеккә һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙарын 2016 йылдың 20 октябренән дә һуңға ҡалмайынса алырға, һалымды 1 декабргә тиклем түләргә тейеш.

Һалымдың яҡынса суммаһын Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте порталында, шулай уҡ Росреестр сайтында «Һалым калькуляторы» онлайн-сервисы ярҙамында иҫәпләп сығарырға мөмкин.

Дәүләт теркәүе, кадастр, картография федераль хеҙмәте идаралығы белгестәре күҙаллауынса, 2015 йылдың ғинуарынан күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнгән физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалымдың артыуы көтөлмәй.