8 декабрь, Кесе йома

16 август 2016 йыл, 16:45

Республикала балалар анимацияһы конкурсы иғлан ителде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Йәнле һүрәттәр» балалар анимацияһы фестивале барышында балалар анимация студиялары һәм 18 йәшкә тиклемге теләгән һәр кем өсөн конкурс иғлан ителгән. Рус йәки башҡорт телендәге фильм (русса субтитрҙар менән) 15 минуттан артмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә фильм бер нисә сериянан торһа, конкурсҡа бер генә серия ҡабул ителә. Эштәрҙе ҡабул итеү 2016 йылдың 20 сентябренә тиклем дауам итә. Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте «Бәйләнештә»ге төркөмдә табырға мөмкин.

Фильмға һылтанмаларҙы bashkinosoyuz@gmail.com адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Хатта фильмдың, анимация студияһының, етәксенең, уҡыусыларҙың исеме, мәктәп күрһәтелергә тейеш.

8 апрелдә, Рәсәй анимацияһы көнөндә, «Родина» кинотеатрында «Йәнле һүрәттәр» фестивале асылды. Май һәм июнь айҙарында балалар анимация студиялары етәкселәре һәм теләгән һәр кем өсөн фестивалдең кураторы, рәссам һәм режиссер Айгөл Байрамғолова оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Фестивалде коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы грантына Башҡортостан Кинематографистар союзы үткәрә.