10 декабрь, Шәмбе

16 август 2016 йыл, 16:09

Төбәктә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу тамамланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу тамамланды. 16 августан 22-нә тиклем ҡайһы бер иҫәп алыу объекттарына тикшереү ойошторола. Уның барышында инструкторҙар иҫәп алыу документтарын ҡараясаҡ, етешһеҙлектәрҙе, хаталы яҙмаларҙы бөтөрәсәк. Контроль тикшереү һәр инструктор участкаһы буйынса объекттарҙың ике проценты самаһын үҙ эсенә ала, тип хәбәр итә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың матбуғат үҙәге.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу барышында Башҡортостанда 734 меңдән ашыу объект иҫәпкә алынған, шуларҙың 1065-е — ауыл хужалығы ойошмалары, 4581-е — крәҫтиән (фермер) хужалығы, 695 меңе — шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, 33,5 меңе — баҡса участкалары, тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостанстаттың ауыл хужалығы һәм тирә-яҡ мөхит статистикаһы бүлеге етәксеһе Нурия Хафизова.

Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу 1 июлдән 15 авгусҡа ҡәҙәр дауам итте. Алыҫ һәм таулы райондарҙа 15 сентябрҙән 15 ноябргә тиклем уҙа. Иҫәп алыуға 2017-2018 йылдарҙа йомғаҡ яһала.