2 декабрь, Йома

16 август 2016 йыл, 15:22

Баш ҡалала умартасылар конкурсы ойошторола

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 18 августа Башҡорт дәүләт аграр университетында умартасылар конкурсы уҙғарыла. Уның сиктәрендә XVI Республика умартасылар конкурсы, X «Йәш умартасы» республика конкурсы, X республика династиялар конкурсын үткәреү ҡаралған. Еңеүселәрҙе «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филипп Маккейб бүләкләй.

Бәйгеселәр өсөн Башҡорт балы йортона, Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасылыҡ лабораторияларына экскурсиялар ойоштороласаҡ. Йәш ҡатнашыусыларҙы иһә уҡыу йорто менән танышыу көтә. Умартасылыҡ өлкәһендәге төп белгестәр ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл планлаштырылған. Тармаҡҡа дәүләт ярҙамы мәсьәләләре һәм проблемалар тикшереләсәк.

Конкурс университеттың икенсе корпусында иртәнге сәғәт 11-се яртыла башлана. «Беҙ республиканың барлыҡ райондарынан вәкилдәр көтәбеҙ. Ҡатнашыусыларҙың аныҡ һаны теркәлеү үткәс билдәле буласаҡ. Уҙған йылдарҙағы конкурстарҙа 80-122 кеше ҡатнашҡан», — тип һөйләнеләр Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә. Еңеүселәр миҙалдар, кубоктар, шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр йәки аҡсалата премиялар менән бүләкләнә.