11 декабрь, Йәкшәмбе

16 август 2016 йыл, 13:23

Йыл башынан республикала 1,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Ғинуар-июль айҙарында республикала финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә 1 миллион 343,7 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 6,2 процентҡа кәмерәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Һәр мең кешегә 330 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Торлаҡты сафҡа индереү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында килә. Йән башына торлаҡ тапшырыу буйынса республика икенсе урын биләй, беренселә — Татарстан.

Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың өлөшө ҙур — 71,9 процент. Ғинуар-июль айҙарында төбәк халҡы үҙ иҫәбенә һәм кредит алып дөйөм майҙаны 966,1 мең квадрат метрлыҡ  йорт төҙөгән — 2015 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 0,8 процентҡа аҙыраҡ.