5 декабрь, Дүшәмбе

16 август 2016 йыл, 12:43

Кәмәлек башҡорттары традицион халыҡ уйын ҡоралдарын үҙләштерә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Һарытау өлкәһенең Мәҡсүт ауылында йыйын байрамы уҙҙы. Уны 17 йыл эсендә тәүге тапҡыр башланғыс кластар уҡытыусыһы Римма Биктимерованың тәҡдиме буйынса ошо ауылда тыуып үҫкәндәр һәм унда йәшәүселәр ойошторҙо. Байрамға борон-борондан Кәмәлек йылғаһы буйында йәшәгән урындағы башҡорттар йыйылды.

Сараны үткәреү өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Рәис Низаметдинов килде. Ул режиссер, ҡурай буйынса уҡытыусы булып сығыш яһаны. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «Ятаған» этно-төркөмө лидеры Илдар Шакиров думбырала уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе бирҙе. Йыйынға популяр йырсы Ирек Ноғоманов та саҡырылғайны.

«Әҙерләнеү өсөн бер аҙна ваҡыт кәрәк булды. Балалар оҫталар менән бер сәхнәлә ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, думбырала уйнаны. Бейеүҙәр ҙә бар ине. Тамашасылар балаларҙың үҙ һәләтен күрһәтә алыуына хайран ҡалды! — тип һөйләне Илдар Шакиров. — Минең башҡортса бик таҙа һөйләшкән халыҡҡа, уларҙың алсаҡ, ихлас, хеҙмәт һөйөүсән һәм йыр-моңға маһир булыуҙарына иҫем китте».