6 декабрь, Шишәмбе

16 август 2016 йыл, 11:36

Тәүге ярты йыллыҡта төбәктең килемһеҙ предприятиелары зыянды ете тапҡырға кәметкән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, тәүге ярты йыллыҡта республикалағы килемһеҙ предприятиеларҙың зыяны 2015 йылдың ғинуар-июнь айҙары менән сағыштырғанда 6,8 тапҡырға — 8,3 миллиард һумға тиклем кәмегән. Былтырғы беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса предприятиеларҙың зыяны 56,3 миллиард һум тәшкил иткән. Статистика тикшереүе бәләкәй предприятиеларға, банктарға, страховка һәм бюджет ойошмаларына ҡағылмаған.

Ошо осорҙа килемһеҙ хужалыҡ итеү субъекттарының өлөшө 24,8-ҙән 21,1 процентҡаса кәмегән.

Дөйөм алғанда, ғинуар-июнь айҙары йомғаҡтары буйынса төбәктәге ҙур һәм урта предприятиелар, ойошмалар 82,2 миллиард һумлыҡ табыш алған, был 2015 йылғы күрһәткестән 10 процентҡа күберәк.

Июнь аҙағына түләнмәгән кредит 17,9 миллиард һум тәшкил иткән, ошо сумманың 74,6 проценты — тәьминәтселәр алдындағы бурыс. Дебитор бурысы — 34,2 миллиард һум, ошо сумманың 63,5 проценты — һатып алыусыларҙың бурысы.