7 декабрь, Шаршамбы

16 август 2016 йыл, 11:02

Олимпия чемпиондары Өфөгә ҡайтты

фото: Олег Яровиков | видео: Дмитрий Слезин

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Рио-де-Жанейролағы Олимпия уйындарында чемпион исемен яулаған рапирасылар Артур Әхмәтхузин менән Тимур Сафин Өфөгә ҡайтты. Улар Алексей Черемисинов менән бергә финалда француздарҙы 45:41 иҫәбе менән еңде.

Ошо төп миҙалдан тыш, Тимур Сафин шәхси турнирҙа бронза награда яуланы.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында чемпиондарҙы тренерҙары, ата-әсәләре, туғандары, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Өфөнөң спорт комитеты вәкилдәре, дуҫтары, көйәрмәндәр һәм йәш спортсылар ҡаршы алды.

Абруйлы ҡунаҡтар өсөн залда Әхмәтхузин менән Сафин журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Чемпиондар ошо уйындарҙа ярҙам иткәндәре өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе

«Мин ошо еңеүемде әсәйемә бағышлайым», — тине Тимур Сафин.

Һуңынан чемпиондарҙан автограф алыу һәм улар менән иҫтәлеккә фотоға төшөү ойошторолдо.