Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Эҫе көндәрҙә балалар фонтанда уйнай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Эҫе көндәрҙә балалар фонтанда уйнай. Республикалағы аномаль һауа торошо кескәй сибайҙарҙы ҡаланың «Еңеүҙең 30 йыллығы» скверында эҫенән һаҡланыу сығанағын табырға мәжбүр итте.

Шаһиттар әйтеүенсә, бының бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ, шулай ҙа һалҡын тейҙерергә мөмкин.

Сибайҙа яңы фонтан ҡала халҡының төп ял итеү урынын төҙөкләндергәндән һуң барлыҡҡа килде.

«Былтыр скверҙа күләмле реконструкция үткәрелде. Ҡойманы, йәйәүлеләр юлындағы асфальтты алмаштырҙыҡ, ҡыуаҡтарҙы йәшәрттек, ҡырағай ағастарҙы быстыҡ. Фонтан эшләнек, «Еңеү ҡоралы: ЗИС-2 танкка ҡаршы пушкаһы» һәйкәлен ҡуйҙыҡ», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығының баш инженеры Марат Залимов.

Алдан хәбәр ителгәнсә, республикала аномаль эҫелек аҙна буйына дауам итәсәк. 16 августан 20-нә тиклем уртаса тәүлек температураһының ете градусҡа юғары булыуы көтөлә. Көндөҙ +30-35, төндә +16-21 градус буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть