9 декабрь, Йома

15 август 2016 йыл, 17:29

Башҡортостанда торлаҡ һатып алыу өсөн кредиттың уртаса күләме — 1,6 миллион һум

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Кредит тарихының милли бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда ғаилә өсөн ипотека кредитының дөйөм күләме 1,6 миллион һум тәшкил иткән. Кредиттың уртаса срогы — 14,4 йыл, ғаиләнең уртаса килеме иһә 59,9 мең һум тәшкил итә.

Сағыштырыу өсөн: былтыр тәүге ярты йыллыҡта республикала ипотеканың уртаса күләме — 1,4 миллион һум, кредиттың срогы — 14,4 йыл, ғаиләнең айлыҡ килеме 57,4 мең һум булған.

Беренсе ярты йыллыҡта банктар төбәк халҡына 19,2 миллиард һумлыҡ 13 729 торлаҡ кредиты биргән, был уҙған йылдағы күрһәткестәрҙән 63,3 һәм 70,5 процентҡа күберәк.