Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Тәүге ярты йыллыҡта республика иҡтисадында кредит буйынса бурыс биш процентҡа кәмегән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

Башҡортостан Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса, 1 июлгә республика иҡтисадында кредит буйынса бурыс йыл башынан 4,7 процентҡа кәмеп, 639,82 миллиард һум тәшкил иткән. Түләнмәгән бурыс 4,5 процентҡа — 35,46 миллиард һумға тиклем артҡан, был уның дөйөм күләменең 5,5 процентын тәшкил итә.

Юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар алған кредит буйынса дөйөм бурыс 367,43 миллиард һум тәшкил иткән, был йыл башындағы күрһәткестән 8,1 процентҡа кәмерәк. Ваҡытында түләнмәгән бурыс — 8,35 миллиард һум, ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата 0,4 процентҡа күберәк. Физик берәмектәргә кредит буйынса бурыс — 272,39 миллиард һум кимәлендә, шул иҫәптән түләнмәгән бурыс — 27,1 миллиард һум.

2016 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 77 кредит ойошмаһы эшләй, шуларҙың бишәүһе — республика банкы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть