11 декабрь, Йәкшәмбе

15 август 2016 йыл, 14:52

Башҡортостандан Мария Мирова «Яңы тулҡын 2016» конкурсы призеры булды

фото: «Детская Новая волна 2016» cfqns

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Яңы тулҡын 2016» конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһаған Мария Мирова призер булды. Музыкаль фестивалгә йомғаҡ Ҡырымда, «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә яһалды. Быйыл алты бәйгесе призер исеменә лайыҡ булды.

Мәләүездән 10 йәшлек Мария Мирова өсөнсө урын яуланы. Ул уны Ҡаҙағстандан йәш йырсы Жанель Садуакас менән бүлеште.

Икенсе урынды Әрмәнстандан һигеҙ йәшлек Михаил Григорян һәм Мальтанан 10 йәшлек Эйла Манжон алды. Беренсе урынды илебеҙ өсөн сығыш яһаған 12 йәшлек Алексей Забугин һәм «ЭЙ`ВА» триоһы бүлеште.

Финалда 11 илдән 15 йәш йырсы ҡатнашты. Гала-концерт йондоҙҙар һәм фестиваль ҡунаҡтары Александр Розенбаум, Валерия, Филипп Киркоров, Влад Соколовский, Николай Басков һәм Лев Лещенко ҡатнашлығында уҙҙы.