8 декабрь, Кесе йома

15 август 2016 йыл, 13:46

Дәүләт Думаһына һайлауҙа һайлау бюллетендәренә 14 партия индерелгән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһына һайлауҙа һайлау бюллетендәренә 14 партия индерелгән, тип хәбәр итә ТАСС. 13 августа һайлауҙа партияларҙы һәм бер мандатлы округтарҙан тәҡдим ителгән кандидаттарҙы теркәү ваҡыты үтте. Үҙәк һайлау комиссияһы партия исемлектәрен һайлауға үткәреү мәсьәләһе буйынса һуңғы ҡарарҙар ҡабул итте һәм һайлау бюллетендәрендә урындар билдәләү буйынса йәрәбә һалды.

Һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй», «Рәсәй патриоттары», «Граждандар платформаһы», «Йәшелдәр», Үҫеш партияһы, ПАРНАС, «Граждандар көсө», «Рәсәй коммунистары», «Яблоко», «Ватан» һәм «Пенсионерҙарҙың ғәҙеллек өсөн партияһы» ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла парламент льготаһына эйә һәм теркәү өсөн ҡултамғалар йыймай.

Был юлы һайлау ҡатнаш система буйынса уҙғарыла: 225 депутат — партия исемлеге, 225-е бер мандатлы округтар буйынса һайлана.