9 декабрь, Йома

15 август 2016 йыл, 13:00

Бөгөн республикала мотоспорт буйынса тәүге ярыштар ойошторолоуға — 90 йыл

фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. 2016 йылдың 15 авгусында республикала мотоспорт буйынса тәүге ярыштар ойошторолоуға 90 йыл тула.

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарын Башҡортостан мотоспортының алтын миҙгеле тип атайҙар. Совет заманында Өфө, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез ҡалаларында спидвей буйынса СССР чемпионатында даими сығыш яһаған командалар була. Башҡортостан клубтарында тәрбиәләнгән Игорь Плеханов, Борис Самородов, Фәрит Шәйнуров, Геннадий Куриленко, Юрий Чекранов, Ғабдрахман Ҡадиров, Михаил Старостин, Риф Сәйетгәрәев, Николай Корнев һәм башҡа спортсыларҙың исемдәре барыһына  ла яҡшы таныш.

XXI быуатта ярты быуат элек яуланған еңеүҙәр тергеҙелә. Мәҫәлән, 16 йыл эсендә Ғ.Ҡадиров исемендәге клуб боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса донъя, Европа һәм ил чемпионатында, кубогында һәм беренселегендә 62 алтын, 30 көмөш, 19 бронза миҙал яулаған. Донъя һәм Европа беренселегендә — 31 алтын, һигеҙ көмөш һәм өс бронза миҙал. Спидвейҙа иһә Салауат ҡалаһынан Эмиль Сәйфетдинов ҙур уңышҡа иреште.

Республика етәкселегенең матди һәм әхлаҡи ярҙамынан башҡа ошо бөйөк ҡаҙаныштарға ирешеү мөмкин булмаҫ, һәм 2015 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан илдең мотоспорт үҫешкән төбәктәре рейтингында тәүге өсәү иҫәбенә инмәҫ ине.