Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.41 ↓

EUR 69.64 ↑

28 июль, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов юл төҙөлөшө өлкәһендә инновация предприятиеһы булдырырға тәҡдим итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Белоретҡа эш сәфәре барышында «Россильбер» сәнәғәт компанияһының эшмәкәрлеге менән танышты. Ул нефть, газ, металлургия, целлюлоза-ҡағыҙ һәм юл-төҙөлөш сәнәғәте өсөн махсус тәғәйенләнешле реагенттар һәм майлау материалдары әҙерләүгә, етештереүгә һәм индереүгә махсуслаша.

«Россильбер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Илшат Хафизов әйтеүенсә, производствола файҙаланылған ҡорамал үҙебеҙҙең проекттар буйынса йыйылған. Компания импортты алмаштырыу программаһында әүҙем ҡатнаша: ҡулланыусыларға битумдың, майҙың, юл реагенттарының яңы модификацияһын тәҡдим итә.

Рөстәм Хәмитов компания белгестәре менән Башҡортостанда файҙаланылған битумдың сифатын тикшерҙе һәм юл төҙөлөшө өлкәһендә берлектәге предприятие төҙөргә тәҡдим итте.

– Башҡарған эштәрегеҙ тәьҫирләндерә, – тине төбәк Башлығы. – Кемдеңдер яңы производство асыуы, яңы технологиялар индереүе, яңы идеялар тәҡдим итеүе – беҙҙең өсөн иң ҙур награда.

Сәфәр йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығына, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына тейешле күрһәтмәләр биреләсәк, шулай уҡ компанияның эштәрен файҙаланыу һәм уны артабан үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәреләсәк, тип билдәләне республика етәксеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть